💙🤍💚12 июнь Өфөлә – Ҡала көнө, ә ил буйынса Рәсәй көнө билдәләнә. — 12 июня 2026 г. в 04:54:02.502
💙🤍💚12 июнь Өфөлә – Ҡала көнө, ә ил буйынса Рәсәй көнө билдәләнә. 🔹Ошо уңайҙан Өфөлә төрлө тамашалар, спорт ярыштары һәм йәрминкә ойошторола. 🔹Бөгөн Дуҫлыҡ Монументы һәм “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһына сәскә һалыу тантанаһы була. 🔹Рәсәй һәм баш ҡала көнөнә арналған төп байрам сараһы Ленин исемендәге майҙанда ойошторола. Концерт, оҫталар йәрминкәһе үтә. 🔹Бөгөн Балтас, Дәүләкән, Илеш һәм тағы ла 15-тән ашыу районда һабантуй була. 🔹Бөгөн Өфөлә аҙыҡ-түлек фестивале башлана. Сара “Өфө-Арена” боҙ һарайы алдындағы майҙанда ойошторола. 🔹Бөгөн Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында ат сабышы була. Ярыш көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана. 🔹"Ҡашҡаҙан” паркы ике спорт сараһына саҡыра. Бында мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн еңел атлетика байрамы уҙғарыла. 🔹И. Яҡутов исемендәге паркта “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” тигән бәйге уҙғарыла. Йәш сикләүе ҡаралмаған. 🔹Бөгөн баш ҡаланың ишеү слаломы комплексында Бөтә Рәсәй ярышы үтә.

