⚡️Республика башҡорт милли кейемдәренә патент алды — 26 июня 2026 г. в 05:21:33.212
⚡️Республика башҡорт милли кейемдәренә патент алды 👏 Өфөлә III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын асыу тантанаһында башҡорт милли кейеменең дәүләт теркәүе тураһындағы таныҡлыҡ тапшырылды. 🤝 Документты республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова тапшырҙы. 📌 Теркәү тураһындағы ҡарарҙы Роспатент ҡабул иткән. Хәҙер милли кейем рәсми рәүештә төбәк брендына әйләнде. ✅Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

