Изге йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын! — 19 июня 2026 г. в 04:38:58.768
Изге йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын! ✅«Мосолман шатлыҡлы хәлендә шөкөр ҡылыр. Был уның өсөн хәйерҙер, сауаптыр». ✅«Аллаһы Тәғәлә алдында иң һөйкөмһөҙ әҙәм - ҡысҡырышып үә дәғүәләшеүгә ынтылыусы кешеләр». Һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ихтирамлы, иғтибарлы булайыҡ, фани донъя ҡотҡоһона бирелеп, бер-беребеҙҙе рәнйетмәйек, изге уйҙа, ниәттә генә йәшәйек. Һәр беребеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ике донъя бәхете насип итһен, балаларыбыҙ, яҡын кешеләр ҡыуандырып ҡына торһон. Донъялар тынысланып, яугирҙарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын. Уҡыған доғаларыбыҙ ҡабул булһын ин шәә Аллаһ 🤲. Әмин🤲!

