🆘11 кеше һәләк булған, шул иҫәптән бала — 29 июля 2026 г. в 06:53:56.374
🆘11 кеше һәләк булған, шул иҫәптән бала ⚡️Уҙған ял көндәрендә республиканың һыу ятҡылыҡтарында, йылға-күлдәрендә 13 фажиғәле осраҡ теркәлгән, уларҙа 11 кеше, шул иҫәптән бер бала һәләк булған. Ике кешене ҡотҡарып өлгөргәндәр, уларҙың береһе – бала. 📌 Фәжиғәле хәлдәр Әлшәй, Стәрлебаш, Учалы, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы, Благовещен, Өфө райондарында, Нефтекама ҡалаһында булған. Иҫкәртеү эше алып барыуға ҡарамаҫтан, кешеләр йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инеүен дауам итә – был йыш ҡына ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың үлеменә килтерә. ❗️ Иҫкәртәбеҙ: ✔️ иҫерек килеш һыуға инмәгеҙ; ✔️ балаларҙы һыу янында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ; ✔️ ҡотҡарыусылар дежур иткән һәм рөхсәт ителгән урындарҙа һыуға төшөгөҙ. ☎ Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн берҙәм телефон – 112. ✅Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

