🌖Ер-әсәнең ҡөҙрәтен тойорға өйрәнәләр — 20 августа 2026 г. в 17:34:48.166
🌖Ер-әсәнең ҡөҙрәтен тойорға өйрәнәләр Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ойошторған конкурстарҙа ҡатнашыуға фән һәм белем биреү йүнәлешендәге проекттар ҙа күпләп килә. Мәғариф өлкәһен үҫтереүгә, белемде арттырыуға, фәнде популярлаштырыуға төбәлгән башланғыстар йыш ҡына хуплау таба. 🍃🍃✅ Шундайҙарҙың береһе – уҙған йылдағы конкурста ҡатнашып, грантҡа лайыҡ булған “Агроэкспериментариум” проекты. Уны Ғафури районының “Киләсәк мәктәбе” белем алыу һәм уның үҫеүенә булышлыҡ итеү фонды тәҡдим иткән. Ойошма Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты нигеҙендә эшләй. 🛑Ғәйәт үҙенсәлекле проекттың авторы һәм етәксеһе – химия уҡытыусыһы Эльмира Сәлих ҡыҙы Ғизетдинова. Ғәмәли эштәрҙе ул етәкселек иткән 8-се “Б” – гимназияның аграр йүнәлешендә уҡыған класс менән атҡарғандар, проектҡа ярашлы ойошторолған сараларҙа райондың башҡа мәктәптәре уҡыусылары, уҡытыусылары ла ҡатнашып, тәжрибә туплаған. Красноусол башҡорт гимназияһы был төбәктәге агрокластар өсөн методика үҙәгенә әүерелгән, тиергә була. Йәйге каникулда ауыл хужалығы йүнәлешендәге смена ойошторолоп, унда 20 бала ҡатнашҡан. Тулыһынса: https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2026-08-20/er-s-ne-r-ten-toyor-a-yr-n-l-r-4788515

