#Лагерьдневногопребывания#Безопасноелето#
#Лагерьдневногопребывания#Безопасноелето# 28 майҙа мәктәп янында «Ҡояшҡай» көндөҙгө ял һәм һауыҡтырыу лагеры үҙ эшен башлап ебәрҙе. Тәрбиәләнеүселәр тәүге көндән үк район мәҙәниәт йортонда үткән «Китап байрамы» исеме аҫтында үткән сағыу сараларҙа ҡатнаштылар. Байрамды асыу тантанаһын ҡарап , бай күргәҙмәләрҙе байҡап, беренсе ҡатта үткәрелгән төрлө ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашып бик күп тәьҫораттар менән ҡайттылар