МОБУ СОШ д. Верхний Муйнак МР Зианчуринский район
Образование · 24 октября 2026 г.
Үрге Муйнаҡ мәктәбендә 9-сы һәм 11-се класс уҡыусыларының ата-әсәләре йыйылышы үтте. ...
Үрге Муйнаҡ мәктәбендә 9-сы һәм 11-се класс уҡыусыларының ата-әсәләре йыйылышы үтте. Йыйылышта сығарылыш кластары өсөн көнүҙәк мәсьәлә –дәүләт имтихандарына әҙерләнеү тураһында һүҙ барҙы. Уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Буранғолова Ә.Ғ. ойоштороу процедураһы менән ҡыҫҡаса таныштырып китте, уҡыусыларҙың ике предметты һайлап алыу осрағына кәңәштәрен бирҙе, дәүләт имтихандарына инеү хоҡуғы алыу өсөн февраль айында рус теленән йомғаҡлау әңгәмәһе (итоговое собеседование) 9 –сы кластар өсөн һәм 11-се кластар өсөн рус теле буйынса йомғаҡлау иншаһы (итоговое сочинение по русскому языку) ойоштороласағы тураһында иҫкәртте. Имтиханға әҙерләүсе предмет уҡытыусылары, психолог сығыш яһаны.