26 май Үрге Муйнаҡ мәктәбендә “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы ҙур ойошҡанлыҡ менән бик матур ...
26 май Үрге Муйнаҡ мәктәбендә “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы ҙур ойошҡанлыҡ менән бик матур үтте.Сараға мәртәбә өҫтәп, уҡыусыларҙы ҡотларға район администрацияһы вәкиле Әминә Таһир ҡыҙы Әбсәләмова, ауыл хакимиәте башлығы Даян Фәрит улы Атнағолов, , мәғариф хеҙмәте ветерандары килде. Уларҙың һәр береһе байрам менән ҡотлап, сығарылыш класс уҡыусыларына алда торған имтихандарҙы уңышлы тапшырып, теләгән уҡыу йорттарына инеүҙәрен, тырышып уҡыуҙарын һәм киләсәктә лайыҡлы кешеләр булыуҙарын теләне.