Шуныһы ҡыуандыра: бөгөн Йөйәк урта мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары башҡорт теленән... — 17 апреля 2026 г. в 12:27:05.156
Шуныһы ҡыуандыра: бөгөн Йөйәк урта мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ихлас ҡатнашты. Үҙ теленә битараф булмаған, уға тәрән ихтирам-хөрмәт менән ҡараған балалар, парта артына диктант яҙырға ултырҙы. Быйылғы текст темалары Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы, Башҡортостан Республикаһында ҙур һәм татыу ғаилә йылы һәм башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙың 200 йыллығына арналды.

