Уҡыуҙың дүртенсе сиреге дәрестәрҙән генә түгел, изге эштән дә башланды. Күңелле каникул... — 8 апреля 2026 г. в 10:45:30.092
Уҡыуҙың дүртенсе сиреге дәрестәрҙән генә түгел, изге эштән дә башланды. Күңелле каникулдан һуң уҡыусылар өмә үткәрҙе. Уҡыуҙың беренсе көнө булыуға ҡарамаҫтан, дәрестәрҙән һуң, балалар ҙур теләк менән эшкә тотондо. Етәкселәре менән «Дуҫлыҡ» волонтерҙар төркөмө һеперткеләр, тырмалар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алып Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына арналған һәйкәлде тәртипкә килтерҙеләр, ә ҡалған уҡыусылар мәктәп ихатаһын сүп-сарҙан таҙартты. Уҡыуҙың дүртенсе сиреген яҡшы эштән башлап ебәреү күңелле лә, файҙалы ла, сөнки бындай эштәр: - коллективты берләштерә; - тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй; - мәктәп өсөн яуаплылыҡ тәрбиәләй; - уҡыуға ыңғай ҡараш булдыра. Уҡытыусылар билдәләүенсә, бындай саралар уҡыусыларҙа әүҙем гражданлыҡ позицияһын тәрбиәләй һәм командала эшләргә өйрәтә.

