💐10 июндә халыҡты берҙәм хеҙмәтләндереү үҙәгендә хөрмәтле яҡташыбыҙ, БР Дәүләт Йыйылыш... — 15 июня 2026 г. в 09:54:31.601
💐10 июндә халыҡты берҙәм хеҙмәтләндереү үҙәгендә хөрмәтле яҡташыбыҙ, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов граждандарҙы ҡабул итте. Ул мөрәжәғәт итеүселәрҙе диҡҡәт менән тыңлап, яуаплы хеҙмәттәрҙе, етәкселәрҙе йәлеп итеп, теге йәки был өлкәгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын асыҡланы. 👍Иң ҡыуаныслыһы – Рәил Рамаҙан улы биш ғаиләне “районка”лы итте. Мораҡ ауылынан күп балалы әсәләр - Линария Фәизова һәм Светлана Байназароваларҙы “Кугарчинские вести”ға, Әлфиә Садыҡова һәм Яңы Хвалын утарынан Флүзә Ильясованы; Тәүәкәндән Нуръямал Баймырҙинаны “Мораҙым” гәзитенә яҙҙырҙы. Шулай уҡ депутат район мәҙәниәт һарайының спорт залында ҡайнаған ремонт эштәрен, “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса төҙөкләндерелгән “Бөркөт” стадионын ҡарап сыҡты.

