Башҡортостандан МХО яугире Сергей Цыпышев 5-се гвардия дөйөм ғәскәр армияһы командовани... — 2 июля 2026 г. в 09:46:42.302
Башҡортостандан МХО яугире Сергей Цыпышев 5-се гвардия дөйөм ғәскәр армияһы командованиеһынан Суворов миҙалы һәм грамота алды. Был хаҡта "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә. Балаҡатай районы Ногуши ауылынан хәрби хеҙмәткәр 2022 йылда мобилизациялана. Алғы һыҙыҡта ул үҙен батыр яугир һәм ысын ҡотҡарыусы итеп күрһәтә, яралы иптәштәренә ярҙамға килергә һәр ваҡыт әҙер. Батырлыҡ хеҙмәте өсөн ул Суворов миҙалына лайыҡ була. Хәрби әҙерлектәге уңышы, намыҫлы хеҙмәте, өлгөлө дисциплинаһы өсөн Сергей Цыпышевҡа сираттағы награда - 5-се гвардия дөйөм ғәскәр армияһы командованиеһынан грамота тапшырылды.

