"Төпсән ауылында “Сөләймәновтарҙың шәжәрә байрамы” үтте. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән -... — 6 июля 2026 г. в 15:02:19.216
"Төпсән ауылында “Сөләймәновтарҙың шәжәрә байрамы” үтте. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән - Рязандан, Татарстан һәм республикабыҙҙың ауыл-ҡалаларынан йыйылған ҡунаҡтарҙы Оло Эйек аша һалынған аҫмалы күпер алдында ҡаршы алғандан һуң, Әүлиәтау фонында күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төштөк. Ауыл урамы буйлап үтеп, ҡунаҡтар мәсеткә туҡталды, - тип яҙа беҙгә Төпсән ауыл клубының художество етәксеһе Резеда АЙЫТҠУЖИНА. - Унда әрүехтер рухына доғалар уҡылды. Яуҙа ҡалған батырҙарыбыҙ исемдәре уйылған обелискыға сәскә һалыу ҙа ойошторолдо. Сараның кульминацион өлөшө ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. Бында мәҙәниәт хеҙмәткәре ауыл тарихы, бөгөнгө һәм үткәне менән таныштырҙы. Ауылыбыҙҙың уңғандары, бөгөнгө батырҙарыбыҙ, гүзәл тәбиғәте, Әүлиә тауы тураһындағы мәғлүмәтте ҡунаҡтар ихлас тыңланы.

