✅ Хөрмәтле Ишембай районы халҡы һәм ҡунаҡтары! — 10 июня 2026 г. в 14:16:10.213
✅ Хөрмәтле Ишембай районы халҡы һәм ҡунаҡтары! 📅 Быйыл традицион Һабантуй Урбан-Һабантуй форматында үтәсәк. Барығыҙҙы ла 12 июндә Ленин исемендәге майҙанда уҙасаҡ сағыу ҡала байрамында көтөп ҡалабыҙ. 📌 Байрам программаһы: 11.00-14.00 сәғ. – байрамды тантаналы асыу. 2026 йылдың яҙғы сәсеү эштәре һөҙөмтәләре буйынса ауыл хужалығы алдынғыларын бүләкләү; 11.00-14.00 сәғ. – “Нефтсе” стадионында ауыл биләмәләренең тирмәләр күргәҙмәһе; 11.00-14.00 сәғ. – “Нефтсе” стадионында спорт майҙансыҡтары эше: халыҡ уйындары буйынса ярыштар; 11.00-14.00 сәғ. – балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, оҫталыҡ дәрестәре, фотозоналар һәм күргәҙмәләр эше; 14.00-19.00 сәғ. – техник тәнәфес; 19.00-20.00 сәғ. – киске программа. Ленин исемендәге майҙанда Ишембай эстрадаһы артистары ҡатнашлығында концерт; 20.00-22.00 сәғ. – дискотека. 0+

