😱 Әбйәлил районынан 45 йәшлек ябай ауыл кешеһе муттарға 29 миллион һумдан ашыу аҡса кү... — 10 июня 2026 г. в 14:14:13.457
😱 Әбйәлил районынан 45 йәшлек ябай ауыл кешеһе муттарға 29 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Уға шылтыратҡан кешеләр үҙҙәрен ФСБ һәм Үҙәк Банк хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра. Улар ирҙе аҡсаһының хәүеф аҫтында булыуы менән ҡурҡыта һәм банкомат аша «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә мәжбүр итә. Һуңынан мутлашыусылар уны экстремистарҙы финанслауҙа ғәйепләй, төрмәнән ҡасыу өсөн ҙур суммаларҙы курьерҙар аша бирергә кәрәклеген әйтә. Ир ҡушҡанды үтәй. Һөҙөмтәлә ул 29 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалта. Үҙенең тупланмаларынан тыш, ир аҡсаны таныштарынан да алған булған. Был факт буйынса полиция енәйәт эшен асҡан.

