💞 Мөхәббәткә кәртә юҡ! — 10 июня 2026 г. в 14:12:02.608
💞 Мөхәббәткә кәртә юҡ! Быға башҡорт ҡыҙы Гөлдәр менән ҡытай егете Ишандың тарихы асыҡ дәлил. Улар тәүге көндән үк бер-береһен һүҙһеҙ аңлай. Ишандың рус телен яҡшы белеүе, ә Гөлдәрҙең ҡытай телен ихлас өйрәнә башлауы уларҙы тиҙ яҡынайта. Бөгөн иһә йәш ғаиләнең йортонда бер юлы өс тел — рус, ҡытай һәм башҡорт телдәре яңғырай. — Иремдең иң яратҡан һүҙбәйләнеше — «Шулай шул»! Уны бик урынлы һәм татлы итеп әйтә. Был тарих — ике төрлө мәҙәниәттең мөхәббәт аша берләшеүе һәм бер-береһен байытыуы хаҡында һоҡланғыс өлгө.

