Беҙ Алланан ниҙер һорайбыҙ гел, — 18 июня 2026 г. в 18:09:43.799
Беҙ Алланан ниҙер һорайбыҙ гел, Эстән генә теләк теләйбеҙ. Ни һорарға кәрәклеген ҡайсаҡ Үҙебеҙ ҙә теүәл белмәйбеҙ. Кемдер һорай унан байлыҡ, муллыҡ, Бик күбебеҙ һорай һаулыҡты. Ә мин һорайым күңел тыныслығы, Алыштырмаҫ бөтөн байлыҡты. Күңел тыныс булһа йәшәү рәхәт, Тормош йәмле була һәр көндә. Бер сәбәпһеҙ йәнең бәргеләнһә, Ҡояш һүнә күңел күгендә. Күңел тыныслығы бирсе, Раббым, Һалма, зинһар борсоу-хәсрәткә. Йәшәй алһаҡ ине ғүмерҙәрҙе, Ҡайғы күрмәй, бары рәхәттә! Гөлара Шәрипова. Фото редакция архивынан.

