Ишембай ҡалаһының оло йәштәгеләр һәм инвалидтарҙы хеҙмәтләндереү бүлексәһендә йәшәүселә... — 18 июня 2026 г. в 16:30:25.988
Ишембай ҡалаһының оло йәштәгеләр һәм инвалидтарҙы хеҙмәтләндереү бүлексәһендә йәшәүселәр өсөн был көн иҫтә ҡалырлыҡ булды. Социаль хеҙмәткәр Сәлимә Ишмөхәмәтова улар өсөн Ишембай йәмиғ мәсетенә экскурсия ойошторҙо. Инәй-бабайҙар мәсеттә намаҙ уҡып доға ҡылдылар. Ҡайһы берәүҙәре мәрхүм булған туғандарына хәйер-саҙаҡа һалды. Экскурсия барышында Самир хәҙрәт Йәрмөхәмәтов мәсеттең тарихы, эске төҙөлөшө, ислам диненең нигеҙҙәре тураһында ентекле һөйләне. Уларҙы иң аптыратҡаны Самир хәҙрәттең үҙе тураһында һөйләүе булғандыр. Ул 114 сүрәнән, 6236 аяттан торған Ҡөрьән китабын үҙ хәтерендә ҡалдырып, яттан һөйләй алған хәҙрәт икән. Ундай кешене Ҡөрьән-хафиз тиҙәр. Иң тәьҫирле мәлдәрҙең береһе- өлкән апайҙар һәм ағайҙарҙың бергәләп намаҙ уҡыуы булды. - Бөгөн үҙемде ҡабанттан тыуғандай тойҙом. Йылдар буйы йөрәгемдә ҡалған хыялым бөгөн тормошҡа ашты, - тип күҙ йәштәрен һөрттө Зөлфиә Ишморатова. Ир-егеттәр ҙә Аллаһтан сәләмәтлек, оҙон ғүмер һораны. Сәфәр аҙағында Миләүшә ханым Ғиниәтуллина ҡунаҡтарға бүләктәр тапшырҙы. - Бөгөн мин иң бәхетле кеше. Был сәфәр миңә йәшәү көсө бирҙе. Рәхмәт һеҙгә, ойоштороусылар, - тип уртаҡлашты Рәсилә апай.

