Үлгән йылы булмай батырҙың... — 18 июня 2026 г. в 11:03:43.827
Үлгән йылы булмай батырҙың... 16 июндә, Салауат Юлаевтың тыуған көнөндә, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы йәш яҙыусылар советы яңы конкурс тураһында иғлан итте. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа арналған конкурс шәхестең тормош юлы тураһында яңы асыштарға саҡыра. Әҙиптәрҙән башҡорт телендә яҙылған эштәр ҡабул ителә. Авторҙар 18 йәштән өлкән булырға тейеш. Эштәр ике номинацияла баһалана: «Шиғриәт» (шиғырҙар, поэмалар һәм башҡалар) һәм «Проза» (хикәйәләр). Конкурсҡа йомғаҡ Милли геройҙы иҫкә алыу көнөндә – 26 сентябрҙә яһала.

