✅ Башҡорт ғалимының уңышы — 17 июля 2026 г. в 04:32:00.885
✅ Башҡорт ғалимының уңышы Владимир Путин Башҡортостандың күренекле кешеләрен дәүләт наградалары менән билдәләне. Маҡтаулы исемгә лайыҡ булыусылар араһында - Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина ла бар. Уға II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы тапшырылды. Маҡар ауылы ҡыҙы урта мәктәпте тыуған ауылында тамамлап, юғары белем алғандан бар көсөн, һәләтен, тырышлығын, булмышын башҡорт филология фәнен үҫтереүгә, башҡорт теленең байлығын асыуға бағышланы. Хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡта башлап, артабан Өфө дәүләт университетында дауам иткән Гөлфирә Риф ҡыҙын һөнәри эшмәкәрлеген юғары баһалау менән ихлас йөрәктән ҡотлайбыҙ! Был награда күп йыллыҡ хеҙмәттең, фәнгә тоғролоҡтоң һәм мәғариф үҫешенә ҙур өлөш индереүҙең законлы һөҙөмтәһе булып тора. Артабанда фәнни асыштар, ижади ҡаҙаныштар, егәрле, аҡыллы, башҡорт рухлы студенттар тәрбиәләүҙә уңыштар теләйбеҙ Һеҙгә! Маҡар урта мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары.

