Уңышлы бул...Әйтеүе генә рәхәт, нисек булырға һуң, тиер берәүҙәр. Көнө-төнө эшләйем, эш... — 24 июля 2026 г. в 03:34:43.335
Уңышлы бул...Әйтеүе генә рәхәт, нисек булырға һуң, тиер берәүҙәр. Көнө-төнө эшләйем, эшемдең бер уңышын да күрмәйем, тиер икенселәр. Ана, фәлән кеше хужаларға баш эйеүҙән бушамай, әммә уңышын умырып ала,тиер өсөнсөләр. Минең эшемде бер кем дә күрмәй ҙә, белмәй ҙә, тип тә өҫтәрһегеҙ. Килешәм. Әгәр көн дә кемдәндер маҡтау, иғтибар талап итеп вакыт үткәрһәгеҙ, үҙегеҙҙе башҡаларҙан кәм тойһағыҙ, уңышлы була алмаясаҡһығыҙ. Уңышлы булыуҙың сере - үҙеңде яратыуҙа. Ә бына быныһы инде иң ауыры. Сөнки беҙҙе бер кем дә үҙебеҙҙе нисек итеп яратырға икәнен өйрәтеп үҫтермәне. Хәйер, әсәйҙәребеҙ ҙә ул хаҡта бер ҡасан да уйланмағандыр ул. Ауыл ерендә тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эш булғанда, ваҡытыңды ниңә үҙеңә әрәм итергә? Былай ҙа эш муйындан, юҡ уйҙар менән булғансы, берәй эш эшләйем... Был яҙманы уҡығас та, күптәр миңә шулай тип әйтәсәк. Үҙем дә шулай тип әйтер инем. Бер нисә йыл элек...Үҙемдең ҡәҙеремде, ҡулымдан бар эштең дә килә икәнлеген аңлағансыға тиклем. Бәй, үҙ-үҙемә ышанысым артҡайны, быға тиклем тормошҡа аша алмай ятҡан эштәрем дә алға китте! Икеләнеүем, баҙнатһыҙлығым, ҡурҡаҡлығым менән бик күп матур башланғыстарымдың юлын ҡыйып торғанмын икән дә. Бына шуны аңлағандан һуң, үҙ-үҙемә бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәндем. Ҡыйыуыраҡ булырға, әйтәһе фекеремде матур итеп эйәһенә еткәнсе әйтергә өйрәндем. Үҙеңде яратыу, хөрмәт итеү-ул башҡаларға ҡарата эгоист булыу тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, ундай кешеләр ҡалғандарға иғтибарлы, йылы мөнәсәбәттә була. Сөнки үҙ-үҙен яратҡан кешенең күңеле тыныс, тормошо түңәрәк. Шулай итеп, апай-һеңлеләр, нисек кенә ирегеҙҙе, балаларығыҙҙы, хатта етәксегеҙҙе беренсе урынға ҡуйырға өйрәнһәгеҙ ҙә, бөгөн аҙ ғына ваҡытығыҙҙы үҙегеҙгә бүлегеҙ. Яңы күлдәкме, бәйләмме, берәй тәмлекәсме, шәп кенә китапмы, мөһим түгел, әммә күңелегеҙ талап иткәнде эшләп ҡарағыҙ. Бик булмаһа, бейеп йә йырлап алығыҙ. Аҙаҡ көҙгөгә күҙ һалығыҙ. Унда һеҙ үҙен яратҡан, күҙҙәре янып торған, бар теләгенең дә тормошҡа ашырына ышанған иҫ киткес уңышлы кешене күрерһегеҙ! Яҡлағыҙ, һаҡлағыҙ уны!!! (Гөлназ Ишемғолова)

