Үҙгәрәбеҙ, ахыры. Йыраҡлаша — 24 июля 2026 г. в 03:24:36.076
Үҙгәрәбеҙ, ахыры. Йыраҡлаша Дуҫтар менән дуҫтар араһы. Яҡын дуҫын түгел, туғанын да Онота ҡайсаҡ әҙәм балаһы. Ябыламы һәр кем үҙ эсенә? Донъя мәшәҡәте баҫамы? Күптәр, бәлки, инде тиң күрмәйсә, Дуҫ-ишенән үҙе ҡасамы? Ваҡыт һынай, ахыры, дуҫлыҡты ла. (Һәр кем үҙенсә аҡлана). Йылдар үткәс, араларҙа бары Ысын дуҫлыҡ ҡына һаҡлана. Физәлиә Дәүләтгәрәева. Айһылыу Вахитова фотоһы.

