👍👏 «Ағиҙел ынйылары» фестивалендә Гран-приҙы «Алтынай» яуланы
👍👏 «Ағиҙел ынйылары» фестивалендә Гран-приҙы «Алтынай» яуланы 📅 Бөгөн Салауат ҡалаһының «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә «Ағиҙел ынйылары» асыҡ төбәк милли мәҙәниәттәр фестиваль-конкурсы уҙҙы. Проекттың юғары наградаһына — Гран-приға Артур Мөхәмәтйәнов етәкселегендәге «Алтынай» өлгөлө бейеү коллективы лайыҡ булды. ✨ Коллектив үҙенең сағыу сығышы, юғары башҡарыу оҫталығы, үҙенсәлекле хореографияһы һәм халыҡ традицияларына тәрән ихтирамы менән жюриҙы һәм тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. 💫 Фестиваль бер сәхнәлә Башҡортостандың төрлө райондарынан килгән талантлы йырсыларҙы, музыканттарҙы һәм бейеүселәрҙе берләштерҙе. Ҡатнашыусылар сыуаш, татар, башҡорт һәм рус мәҙәниәттәренең бай донъяһын тәҡдим итте, һөҙөмтәлә конкурс ысын халыҡтар дуҫлығы байрамына әүерелде. Сараның программаһы бай булды: конкурс номерҙарынан тыш, тамашасыларҙы гала-концерт, ә коллектив етәкселәрен түңәрәк өҫтәл артында эксперттар менән фекер алышыуҙар көттө. «Алтынай»ҙың уңышы республиканың хореография тарихында тағы бер сағыу бит булып яҙылды. 👏👏👏 Ҡотлайбыҙ һеҙҙе, «Алтынайҙар»! Яңы үрҙәр теләйбеҙ! Розалиә Төхвәтуллина.