☀ Их, бөгөнгө көндөң матурлығы! Ошо көнгә йәм өҫтәп, редакциябыҙға Амелия, Алмаз һәм Аз...
☀ Их, бөгөнгө көндөң матурлығы! Ошо көнгә йәм өҫтәп, редакциябыҙға Амелия, Алмаз һәм Азалия килде. Был алсаҡ, матур, тырыш балалар - "Беренсе класс уҡыусыһы - 2026" фотоконкурсы еңеүселәре 👍 Әйткәндәй, Амелия Кожемякина менән Алмаз Зәйнуллин - класташтар. Улар Көҙән ауылы мәктәбендә уҡыйҙар. Балалар өсөн бөтә ауыл халҡы, туғандары, дуҫтары дәррәү тауыш биргән! Азалия Хөснөтдинова иһә 2-се башҡорт гимназия-интернатында белем ала. Инглиз телен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә икән. 👏 Кескәй дуҫтарыбыҙҙы ҡотлап, маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙыҡ һәм уҡыуҙарында уңыштар теләнек. #БЕРЕНСЕ_КЛАСС_УҠЫУСЫҺЫ_2026