✅ Киләһе йома, 30 октябрҙә, «Торатау» ҡыҙҙары эш сәфәре буйынса Әхмәр ауылына юл тотасаҡ.
✅ Киләһе йома, 30 октябрҙә, «Торатау» ҡыҙҙары эш сәфәре буйынса Әхмәр ауылына юл тотасаҡ. Әхмәр, Ҡанаҡай ауылы халҡын 11.00 сәғәттә Әхмәр ауылы мәҙәниәт йортонда көтөп ҡалабыҙ. Һеҙҙең журналист ауылдаштарығыҙ менән күҙгә-күҙ осрашып, дуҫтарса һәм туғандарса йылы мөхиттә аралашыу мөмкинлеге бар. 🎁 Шулай уҡ гәзиткә яҙылыусылар араһында квитанциялар буйынса бүләк отош буласаҡ һәм мини-викторина ойоштороласаҡ. Кемдәр әлегә гәзиткә яҙылып өлгөрмәгән, осрашыу ваҡытында яҙылып буласаҡ.