Көҙҙәремә бағам уйсан ғына,
Көҙҙәремә бағам уйсан ғына, Тирә-яғым сумған тынлыҡҡа. Йәй буйына сут-сут һайрап торған, Ҡоштар ҙа бит тынған таллыҡта. Һауалағы һоро болоттар ҙа, Һытылырға ғына торалар. Ошо моңһоулыҡҡа һағыш өҫтәп, Ташлап китер инде торналар. Ә ағастар аҫыл кейемдәрҙә, Әйтерһең дә ҡунаҡ ҡыҙҙары. Йөрәктәрҙе өтөп алыр төҫлө, Сағандарҙың япраҡ-ҡуҙҙары. Гөлиә Көмөшбаева
522 просмотров