👍👏 Һайлауға аттарҙа һыбай!
👍👏 Һайлауға аттарҙа һыбай! Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы егеттәре хакимиәт башлығы Руслан Йәрмөхәмәтов етәкселегендә һайлауға милли кейемдәрҙә аттарҙа һыбай килде. Был күренеш һайлау көнөнә байрамса төҫ өҫтәне, ауылдаштарҙы тауыш биреүгә дәртләндерҙе. - Беҙҙең тауыш менән ил киләсәге төҙөлә. Мин тауышымды Рәсәй ышаныслы аҙымдар менән алға барһын өсөн бирҙем. Ғаиләләребеҙ именлектә, тыныслыҡта йәшәһен. Уларҙа иртәгәге көнгә ышаныс булһын, - тип ихлас уртаҡлашты Руслан Хәбир улы. Айһылыу ВАХИТОВА #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #БашкортостанВыбирай2026