Сәлих ауылында һайлау комиссияһының мобиль төркөмөн 96 йәшлек тыл ветераны Миңнур Халиҡ...
Сәлих ауылында һайлау комиссияһының мобиль төркөмөн 96 йәшлек тыл ветераны Миңнур Халиҡова ҡаршы алды. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында баҫыуҙа эшләй, шул уҡ ваҡытта колхозсылар балаларын ҡараша. Бөгөн ул 10 ейән-ейәнсәргә һәм 10 бүлә-бүләсәргә бәхетле өләсәй. - Балаларыбыҙ беҙҙең күргән ауырлыҡтарҙы кисермәһен. Һәр саҡ тамаҡтары туҡ, өҫтәре бөтөн булһын. Үҙ тауышымды улар имен, матур тормошта йәшәһендәр өсөн бирәм, - тине Миңнур инәй. Әйткәндәй, һайлау көнөндә Сәлих мәктәбе уҡыусылары йәрминкә ойошторҙо. Һатыуҙан килгән аҡсаны улар махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙаимға йүнәлтәсәк. Айһылыу Вахитова фотолары. #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #БашкортостанВыбирай2026