Һайлауҙы яҡтыртыу буйынса Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй
Һайлауҙы яҡтыртыу буйынса Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй Һайлауҙы яҡтыртыу буйынса Йәмәғәт матбуғат үҙәге эш башланы. Унда һайлау кампанияһы барышы хаҡында спикерҙар сығыш яһаясаҡ, шулай уҡ тауыш биреү барышы яҡтыртыласаҡ. Бөгөн иртәндән Өфөләге “Торатау” конгресс-холында 18, 19 һәм 20 сентябрҙә уҙасаҡ һайлау кампанияһы барышын яҡтыртыу буйынса Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй башланы. Унда эшләгән журналистарҙы тәбрикләп Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, Йәмәғәт штабы етәксеһе, БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина, РФ Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы, “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһы рәйесе Александр Брод, БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов сығыш яһаны. "Башҡортостан" гәзитенән. #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026