😊👍 «Ишембайҙарҙың ихлас, әүҙем булыуҙарына ҡыуанам»
😊👍 «Ишембайҙарҙың ихлас, әүҙем булыуҙарына ҡыуанам» «Торатау» гәзите корреспонденты Айһылыу Вахитованың эш көнө ил киләсәге хаҡына тауыш биреүҙән башланды. - Минең өсөн был көндә эшләү генә түгел, ә тәүгеләрҙән булып тауыш биреп, башҡаларға өлгө күрһәтеү ҙә мөһим. Үҙ халҡының киләсәген ҡайғыртмаған кешенең генә ошо саранан ситтә ҡалыуы мөмкин, - тине журналист. - Минең участкала тауыш биреү бик әүҙем башланды. Ишембайҙарҙың шундай ихлас, әүҙем кешеләр булыуына ныҡ ҡыуанам.