✅ Башҡортостанда Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау башланды
✅ Башҡортостанда Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау башланды Бөгөн, 18 сентябрҙә, 8.00 сәғәттә Башҡортостанда 3250 һайлау участкаһында, шул иҫәптән граждандарҙың ваҡытлыса йәшәгән урындарындағы 42 һайлау участкаһында Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау башланды. Башҡортостанда 39 һайлау кампанияһы үтә. Тауыш биреү өс көн дауамында – 18, 19 һәм 20 сентябрҙә барасаҡ. Һайлау участкалары 8.00 сәғәттән 21.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк