Халыҡ иғтибарына!
Халыҡ иғтибарына! Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Абдуллин хәбәр итеүенсә, социаль селтәрҙәрҙә һәм төҙөкләндереү бүлегенә ҡала урамдарын яҡтыртыу һәм светофор объекттарының эшенә ҡағылышлы бик күп мөрәжәғәттәр килә: - Үткән аҙнала һәр мәсьәләне ентекләп ҡарай башланыҡ. Светофорҙарҙың һәм яҡтылыҡ линияларының эшендә өҙөклөктәр электр селтәрҙәрендәге замыкание һәм иҫкергән ҡорамалдарҙың сафтан сығыуы арҡаһында барлыҡҡа килә. Һис шикһеҙ, был кисекмәҫтән саралар күреүҙе талап итә. Урамдарҙы яҡтыртыу буйынса проблемалар йәйге осорҙа уҡ барлыҡҡа килгәйне һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле лә дауам итә. Ул, әлбиттә, трансформатор подстанцияларындағы ремонт эштәренә лә бәйле. Уҙған аҙнанан беҙ был мәсьәләне хәл итеүгә әүҙем ҡушылдыҡ - эштәр башланды, уларҙы контролдә тотабыҙ. Авария участкаларына диагностика үткәрҙек, төп объекттарҙа ремонт эштәре алып барабыҙ, яңы ҡорамалдар, светофор модулдәре, кабель продукцияһы, яҡтыртыу приборҙары һатып алыу өсөн финанслау сығанаҡтарын эҙләү менән шөғөлләнәбеҙ. Бер кемдең дә көтөргә яратмауын аңлайым, айырыуса юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге һәм уңайлылыҡ тураһында һүҙ барғанда. Шуға күрә был мәсьәләне шәхсән контролдә тотам. Ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һорайым. Бөтә тамамланған эштәр тураһында хакимиәттең рәсми битендә хәбәр итәсәкбеҙ.