Бер ҡасан да һүнмәҫ кеүек ине,
Бер ҡасан да һүнмәҫ кеүек ине, Өйөбөҙҙөң янған уттары. Һәр саҡ йылы бөркөр кеүек ине Әсәм яҡҡан мейес - усағы. Ҡаҙандарҙа боҫрап ит тә бешә, Ә еҫе һуң танау ҡытыҡлай! Тамаҡ туйҙырабыҙ күмәкләшеп Һурпаларын эсеп ҡатыҡлап. Түрбашында көн дә шыжлап ҡына, Еҙ самауыр йырын йырланы. Супырҙатып ҡына сәйҙәр яһап, Әсәкәйем беҙҙе һыйланы. Йылы ғына бешкән әпәкәй ҙә, Табын уртаһына ҡуйылған. Ни арала өлгөргәндер әсәм, Ҡоймағы ла, ана, ҡойолған. Йылдар үтте, берәм-берәм генә Таралыштыҡ тыуған оянан. Тик ҡабыҙып булыр микән инде Һүнгән усаҡтарын яңынан? Ғәфү итсе, тыуған йортом минең, Ғәфү итсе, тыуған нигеҙем... Башҡа ерҙә донъя көтөр өсөн, Уттар яғып усаҡ тергеҙҙем. Гөлиә Көмөшбаева.