Иҫке Һәйеттәр — рухи яҡтан да, эшкә лә өлгөлө халыҡ!
Иҫке Һәйеттәр — рухи яҡтан да, эшкә лә өлгөлө халыҡ! Ишембай районының иң матур, ғорур төбәктәренең береһе булған Иҫке Һәйет ауылы халҡына оло рәхмәтемде белдерәм! Бөгөн һеҙ, «Айыk ауыл» («Трезвое село — 2027») республика конкурсы ҡатнашыусылары булараҡ, сәләмәт йәшәү рәүешен һүҙҙә түгел, ә эш йөҙөндә күрһәтәгеҙ. Уңған ауылдаштарыбыҙ берҙәм булып оло изге эш башҡарҙы — гүзәл Оло Шешәнәк йылғаһы буйын һәм «Менәүәрә» шишмәһенең тирә-яғын таҙартты. «Һыуҙың ҡәҙере шишмә ҡороғас ҡына беленә», — ти халыҡ мәҡәле. Һеҙ был хазинаның ҡәҙерен белеп, киләсәк быуындар өсөн тәбиғәтте һаҡлауға ҙур өлөш индерәгеҙ. Сәләмәтлек, таҙалыҡ һәм берҙәмлек — Иҫке Һәйет ауылының төп ҡиммәттәре. Ошондай өлгөлө берҙәмлек,татыулыҡ тирә-яҡ ауылдар өсөн дә үрнәк булып тора. Мин һеҙҙең менән ғорурланам! Изге эштәрегеҙ ҡабул, ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын! Ауылға артабан да конкурста ҙур уңыштар һәм еңеүҙәр теләйем! Сылтырап аkkан шишмәләреләй сафлыҡ, ҡоростай сәләмәтлек һеҙгә, ҡәҙерле ауылдаштар! #ИшембайРайоны #ИҫкеҺәйет #ТрезвоеСело2027 #ОлоШешәнәк #Экология #Берҙәмлек