🙌 Күк тыныслығы һағында
🙌 Күк тыныслығы һағында Яңыраҡ РЕН ТВ Рәсәй федераль телеканалының яңылыҡтар тапшырыуында хәрби хәбәрсе махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ Азамат Яҡуповтың батырлығы тураһында һөйләп үтте. Һайран ауылының батыр улы Азаматты зәңгәр экрандан күреү ауылдаштары һәм туғандары өсөн ҙур ҡыуаныс ҡына түгел, оло ғорурлыҡ та ине. Ул дошман дронының һөжүмен кире ҡағыу менән бергә ябай хеҙмәт кешеһенең дә ғүмерен ҡотҡара. Сайтта: https://gazeta-toratau.ru/articles/care/2026-10-16/k-k-tynysly-y-a-ynda-4846068