🙌 Ишембай ирекмәндәре мосолмандар менән берлектә Ырымбур ҡалаһындағы хәрби госпиталгә ...
🙌 Ишембай ирекмәндәре мосолмандар менән берлектә Ырымбур ҡалаһындағы хәрби госпиталгә гуманитар ярҙам алып барҙы. 11-се мәктәп уҡыусылары яугирҙарға яҙған хаттарҙы ла тапшырҙы улар. Ҡаруанһарайҙа туҡтап, уның тарихи менән таныштылар. Ирекмәндәр өсөн бында был йүнәлештә әүҙемлек күрһәткән өсөн яҡташтарыбыҙға рәхмәт хаттары тапшырылды. Мәҫкүрә Солтанова.