😊👍 Яңы Һәйет ауылында Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөнә арналған "Ағинәйҙәр йәрминк...
😊👍 Яңы Һәйет ауылында Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөнә арналған "Ағинәйҙәр йәрминкәһе" үтте. Бар яҡтанда булдыҡлы, уңған, егәрле ауыл ағинәйҙәре матур байрам ойошторҙо. Һатыуҙа төрлө һөт ризыҡтары, бәлеш, үҙ ҡулдары менән бәйләгән ойоҡбаштар, селек һеперткелəр һәм башҡа әйберҙәр булды. Бер байрамда тәмле сәй табынһыҙ булмай. Ағинәйҙәр сәйҙәр эсеп, бер күрешеп, һөйләшеп, донья мəшəҡəттəренəн арынып, ял итеп ҡайттылар.