😊 Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөнә арнап Әхмәр уңғандары Гәүһәр Мозафар ҡыҙы Валидованың йорт...
😊 Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөнә арнап Әхмәр уңғандары Гәүһәр Мозафар ҡыҙы Валидованың йортонда йыйылды. 👍 Аш-һыуға оҫта Люциә Вил ҡыҙы баллы торт бешереү буйынса оҫталыҡ дәресен күрһәтте, ә Минзилә Ишмырҙа ҡыҙы күпереп торған ҡоймаҡ ҡойоу серҙәре менән уртаҡлашты. Осрашыу һуңында баллы торт, ҡоймаҡ менән самауыр янында тәмле итеп сәй табыны ойошторолдо.