✅ Районда йәйелдерелгән «Изге подписка» акцияһында теләгән кеше ҡатнаша ала. Гәзиткә ҡә...
✅ Районда йәйелдерелгән «Изге подписка» акцияһында теләгән кеше ҡатнаша ала. Гәзиткә ҡәҙерле кешеләрегеҙҙе яҙҙырып, күтәренке кәйеф бүләк итә алаһығыҙ. Һайран мәктәбе директоры Алина Хисаметдинова ауылдың 100 йәшлек ағинәйе, ветеран уҡытыусы Мәрйәм Иҫәнованы «Торатау» гәзитенә яҙҙырҙы. 100 йәшлек гәзит уҡыймы ни, тимәгеҙ, Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙы, күптәрҙең танауына сиртеп, баҫманан район яңылыҡтарын күҙәтеп бара һәм һәр саҡ үҙенең тос фекерен белдерә. Аллаға шөкөр! 🤲