БАЛАЛАРҘЫ ҺАҠЛАУСЫ ДОҒАЛАР
БАЛАЛАРҘЫ ҺАҠЛАУСЫ ДОҒАЛАР Ислам динендә башҡаларға, бигерәк тә үҙ балаларыңа һаулыҡ, именлек һәм Аллаһтың яҡлауын теләп доға ҡылыу бар. Ибн Ғәббәс исемле сәхәбә риүәйәт итеүенсә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм үҙенең ейәндәре Хәсән менән Хөсәйенде һаҡлауын һорап, Аллаһҡа түбәндәге доға менән мөрәжәғәт иткән: «Әғүҙү бикәлимәәтилләәһит-тәәммәти мин күлли шәйтаанин үә һәәммәтин үә мин күлли ғәйнин ләәммә». Мәғәнәһе: «Аллаһтың камил һүҙҙәренә һыйынып, һәр төрлө шайтандың, зарар килтереүсе йән эйәләренең һәм яман күҙҙең зыянынан яҡлау һорайым». Был доғаны уҡыр алдынан «Әл-Фатиха» һәм «Әл-Ихлас» сүрәләрен уҡыу кәңәш ителә. БАЛАҒА КҮҘ ТЕЙГӘНДӘ Балаларға, бигерәк тә бәләкәй сабыйҙарға, күҙ тейеүе мөмкин тип иҫәпләнә. Халыҡта бала сәбәпһеҙ илаһа, көйһөҙләнһә, күҙ төптәре ҡарайһа, быны ҡайһы саҡ күҙ тейеү менән бәйләйҙәр. Бындай осраҡтарҙа «Әл-Ихлас», «Әл-Фәләҡ» һәм «Ән-Нәс» сүрәләрен уҡып, балаға еңелсә өрөп өшкөрәләр. Быны атаһы йәки олатаһы башҡарһа ла була. БАЛА ӨЙҘӘН СЫҒЫП КИТКӘНДӘ УҠЫЛА ТОРҒАН ДОҒА Ҙурыраҡ балалар мәктәпкә йәки башҡа эш менән өйҙән сығып киткәндә, «Аятел-Көрси»ҙе уҡып, уларҙың иҫән-һау йөрөүен теләп доға ҡылырға мөмкин: «Әлхәмдү лилләәһи Раббил-ғәәләмиин. Үәс-саләәтү үәс-сәләәмү ғәләә рәсүүлиһи Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әжмәғиин». Эй, Раббым! Баламдың иҫән-һау, имен булыуын насип ит! Уны төрлө күңелһеҙ хәлдәрҙән, бәлә-ҡазаларҙан, яуыз һәм насар ниәтле кешеләрҙән, шайтан зыянынан һәм һәр төрлө яманлыҡтан һаҡла! Уны Үҙ ярҙамыңдан ташлама, рәхмәтеңдән айырма! Баламдың юлдарын уң, ғүмерен оҙон, һаулығын ныҡлы, бәхетен тулы ит! «Раббәнәә әәтинәә фид-дүнйәә хәсәнәтән үә фил-әәхирати хәсәнәтән үә ҡинәә ғәҙәәбән-нәәр. Бирахмәтикә йәә әрхәмәр-раахимиин». ӘМИН! Ҡәҙерле ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәлә бөтә балаларыбыҙҙы ла бәлә-ҡазаларҙан, ауырыуҙарҙан, яман күҙҙәрҙән һәм насар кешеләрҙән һаҡлаһын! Балаларыбыҙҙы иманлы, тәүфиҡлы, бәхетле итеп үҫтерергә насип итһен! Әмин, йә Раббил-ғәләмин! "Даирә" гәзитенән. Айһылыу Вахитова фотоһы.