💚 Өлкәндәргә оло хөрмәт
💚 Өлкәндәргә оло хөрмәт Йәмле Рәүҙәк йылғаһы буйында урынлашҡан Һарғай ауылында йәшәүсе һуғыш балаһы Рауза Әһлиулла ҡыҙы Мөхәмәҙиева 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Үҙ ғүмерендә ул ҡайғыһын да, шатлығын да кисергән. Рауза апайҙың бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Иң әсе һуғыш яҙмышына тап улар – һуғыш осоро балалары дусар була. Рауза апай Фәррәх ағай менән 8 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Тормошта ҡайғылар ҙа урап үтмәгән - тормош иптәшен, бер ҡыҙы һәм бер улын һуңғы юлға оҙатҡан. Бер быуатҡа яҡын тормош юлы үткән, күп тарихи ваҡиғаларҙың, шанлы йылдарҙың шаһиты булған Рауза апайға теләк бер: Хоҙай иҫәнлек-һаулыҡ бирһен, балалар игелеге күреп, ҡәҙер-хөрмәттә, шатлыҡ-һөйөнөстәргә төрөнөп йәшәргә яҙһын. Ветерандар ойошмаһы рәйесе Мәҙинә Алтынбаева.