Заман башҡа, заң башҡа тигәндәй, хәҙерге көндә көйәнтәләп һыу ташыған ҡыҙҙарҙы, сәскә һ...
Заман башҡа, заң башҡа тигәндәй, хәҙерге көндә көйәнтәләп һыу ташыған ҡыҙҙарҙы, сәскә һүрәттәре төшөрөлгән, төрлө төҫкә буялған көйәнтә аҫып йүгерә-атлай һыуҙан ҡайтҡан еңгәләрҙе бик һирәк кенә күреп ҡалабыҙ. Һыуға йөрөүселәр кәмегәс, шишмәләр ҙә кәрәкмәҫ һымаҡ булып ҡала. Ҡалыу-Айры ауылының бер яҡ урамы ҡыҙҙары, апай, еңгәләре күмәкләшеп ҡойоға һыуға барып ҡайтты әле. Бер барғанда ҡойо тирәһен сүп-сарҙан таҙартып, түңәрәккә тороп төрлө хәтирәләргә бирелеп, оҙаҡ итеп һөйләшеп торҙолар. Биҙрәләргә тәмле шишмә һыуы тултырып ҡайтты улар. - Бына ошолай күмәкләп йыш ҡына барып йөрөһәк, шишмәләребеҙ, ҡойоларыбыҙ ташландыҡ хәлгә ҡалмаҫ, моғайын. Беҙҙән һуң килгән быуын да был ҡойо һыуҙарын тәмләп эсер, - тиҙәр Ҡалыу-Айрының уңғандары.