«Рухи байлыҡ алдыҡ»
«Рухи байлыҡ алдыҡ» Ишембай ҡалаһында оло йәштәгеләр һәм инвалидтарҙы социаль хеҙмәтләндереү бүлексәһе ҡарамағында йәшәгән апайҙар – Рәсилә Кустанова, Баныу Сангишева һәм Зөлфиә Ишморатова – «Торатау» баҫмаһының тоғро дуҫтары һәм мәҡәләләр геройҙары. Был гүзәл ханымдар «Торатау» гәзитенә 2027 йылға яҙылырға теләк белдереп, бөгөн үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырып алды. - Район гәзите йөкмәткеле сыға, кәрәкле мәғлүмәттәр ваҡытында еткерелә. Үҙебеҙҙә үткән мәҙәни саралар, беҙҙе ҡараған хеҙмәткәрҙәр һәм өлгәшкән уңыштарыбыҙ тураһында уҡыу бик күңелле. Бөгөн баҫмаға яҙылып, үҙебеҙ өсөн рухи байлыҡ алдыҡ, - тип ихлас уртаҡлашты Рәсилә Кустанова. Айһылыу ВАХИТОВА.