💚 Студенттарҙың йөрәк йылыһы
💚 Студенттарҙың йөрәк йылыһы Ишембай районында яугирҙарыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү бер көнгә лә туҡтамай. Был дөйөм эшкә студенттарҙың, ҡул ҡаушырып ултырырға күнекмәгән егет һәм ҡыҙҙарҙың, дәррәү ҡушылыуы айырыуса ҡыуаныслы. Ишембай нефть колледжы студенттары, уҡытыусылары менән берлектә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ватандаштарыбыҙға ярҙам йөҙөнән маскировка селтәрҙәре үреүгә тотондо. Үреү техникаһы ҡатмарлы түгел, әммә күп хеҙмәт талап итә. Селтәр үреүселәрҙең һәр ҡайһыһы был хеҙмәттең кемдеңдер ғүмерен һаҡлап ҡалырына ышана. Барыһын да бер маҡсат берләштерә — яугирҙарыбыҙға мөмкин тиклем күберәк ярҙам итеү. Һәр студент дөйөм эшкә үҙ күңеленең бер өлөшөн һала. Ә Ишембай һенәрселек колледжы студенттары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ата-әсәһенә барып ҡайтты. Улар йорт тирәләй ихатаны таҙартты, япраҡтарҙы йыйҙы, ҡураны тәртипкә килтерҙе. Берҙәм һәм еренә еткереп эшләнеләр, шуға күрә үҙгәреш күҙгә күренеп торҙо. — Кемдер ҡулдары менән ярҙам итә, кемдер — ваҡыты һәм сыҙамлығы менән. Тәү ҡарашҡа һиҙелмәгән, әммә бик кәрәкле ошондай эштәрҙән Еңеү тыуа ла инде. Йөрәк йылығыҙ һәм хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә! — тине район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Абдуллин. Розалиә Төхвәтуллина.