✅ «Изге ғәмәлдәрҙе бергәләп башҡарайыҡ»
✅ «Изге ғәмәлдәрҙе бергәләп башҡарайыҡ» Рәсәй социаль фондының Ишембай ҡалаһы һәм районы буйынса клиенттар хеҙмәте начальнигы Илдар Зөлҡәрнәев «Изге подписка» акцияһына ихлас ҡушылды. Илдар Фәрүр улы «Торатау» гәзитенә Яр-Бишҡаҙаҡ ауылынан махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Ишбулды Зөлҡәрнәевтың ҡатыны Ләлә Рауил ҡыҙын яҙҙырҙы. - Акция дауам иткәндә изге ғәмәлдәрҙе бергәләп башҡарайыҡ. Гәзит биттәренән матур, ҡыуаныслы ваҡиғалар тураһында ғына ишетергә яҙһын. Барыбыҙ ҙа имен булайыҡ, - тигән һүҙен еткерҙе Илдар Фәрүр улы. Айһылыу ВАХИТОВА.