Таштағы тарих, йәндәге заман
Таштағы тарих, йәндәге заман Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, билдәле скульптор Мәүлетбай Рамаҙан улы Халиловтың шәхси күргәҙмәһе асылды. Экспозицияла авторҙың тыуған яҡ тарихын, уның фәлсәфәүи тәрәнлеген һәм мәҙәни мираҫын сағылдырған әҫәрҙәре тәҡдим ителә. Оҫтаның эштәренә материалды юғары кимәлдә тойомлау һәм образдарҙы ентекле эшләү хас. Бөтә теләүселәрҙе ҡала мәҙәниәт һарайында ойошторолған күргәҙмә менән танышырға саҡырабыҙ. Инеү ирекле. Розалиә Төхвәтуллина. 16+