✅ Республиканан ситтә йәшәгән яҡташтарҙың күбеһе социаль селтәрҙәрҙә беҙҙәге хәл-ваҡиға...
✅ Республиканан ситтә йәшәгән яҡташтарҙың күбеһе социаль селтәрҙәрҙә беҙҙәге хәл-ваҡиғаларҙы даими күҙәтеп бара. Улай ғына ла түгел, улар төрлө хәйриә акцияларында әүҙем ҡатнаша. Мәскәүҙә йәшәүсе Байғужа ауылы һылыуы Фирүзә Мырҙагәрәева “Изге подписка” акцияһында йыл да ҡатнаша. Уҙған йылда яҡташыбыҙ Байғужа, Кинйәбулат ауылдарының ветеран уҡытыусыларына һәм улдары махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың әсәләренә «Торатау» гәзитен яҙҙырғайны. Быйыл үҙе тамамлаған 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусылары һәм тәрбиәселәренә рәхмәт белдереп, “Изге подписка” сиктәрендә ҙур бүләк эшләне. Иғтибарың һәм ихтирамың өсөн рәхмәт, миһырбанлы яҡташыбыҙ!