✅ Яугирҙар һәм уларҙың яҡындары өсөн үҙәк асылды
✅ Яугирҙар һәм уларҙың яҡындары өсөн үҙәк асылды Бөгөн, 30 октябрҙә, ҡалабыҙҙа тантаналы рәүештә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү үҙәге асылды. Сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Искәндәр Әхмәтвәлиев, Рәсәй Федерацияһының IX саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, махсус хәрби операция ветерандары, яугирҙарҙың ата-әсәләре, яҡындары һәм башҡалар ҡатнашты. Киләсәктә был заманса майҙансыҡта эшлекле осрашыуҙар үткәреү, махсус хәрби операция ветерандары һәм геройҙарҙың ғаилә ағзалары менән сәй эсеүҙәр, улар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу күҙаллана. Шулай уҡ бушлай психологик һәм юридик ярҙам да күрһәтеләсәк. Үҙәк эш көндәрендә 9:00-18:00 сәғәттәрҙә (тәнәфес 12:00-13:00 сәғ.) Ишембай ҡалаһы, Ленин проспекты, 56 адресы буйынса эшләй. Милә МӘЗИТОВА. Автор фотолары.