✅ Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер
✅ Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер Бөгөн Әхмәр ауылы мәҙәниәт йортонда әхмәрҙәр һәм ҡанаҡайҙар менән осрашып, күпме көс һәм илһам алып, күтәренке кәйеф менән ҡайттыҡ. - Былтыр Һайранға, Этҡолға, Кинйәбулатҡа барҙылар, быйыл Түбәнге Әрметтә булдылар, тип социаль селтәрҙә күҙәтеп барҙыҡ. Был юлы беҙҙе үтеп китеп, икенсе ауылға барырҙармы икән, тип уйлап күңел төшкәйне. Беҙгә килеүегеҙҙе хәбәр иткәс, ныҡ ҡыуандыҡ, - тип белдерҙе Әхмәр мәҙәниәт йорто мөдире Минзилә Муллагилдина. 👍 Бында, Әхмәр мәҙәниәт йортонда ла, «Торатау» гәзитенә яҙылыусылар байтаҡ булды. Гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләк отош ойошторолдо, викторина уйнатылды. Бүләктең иң ҙуры - балта оҫтаһы, эшҡыуар Тимур Ғарифуллиндан бик уңайлы эскәмйә. Шуныһы мөһим, гәзит уҡыусылар баҫманың йөкмәткеле һәм файҙалы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был беҙҙең өсөн иң юғары баһа. Айһылыу ВАХИТОВА. Розалия ТӨХВӘТУЛЛИНА фотолары.