✅ Рәмил Абдуллиндың Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһы раҫланды
✅ Рәмил Абдуллиндың Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһы раҫланды Бөгөн, 30 октябрҙә, Ишембай районы депутаттар корпусы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Абдуллинды башлыҡ вазифаһына тәғәйенләне. Был хаҡта Рәмил Миңлеәхмәт улы үҙе хәбәр итте. Был минең өсөн ҙур яуаплылыҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды етәксе. Рәмил Абдуллин Ишембай ерендә тыуған, ошонда уның балалары үҫкән һәм ғаиләһе йәшәй - был уның тыуған яғы. Тәү сиратта, ул ышаныс күрһәткән депутаттарға рәхмәт белдерҙе. Ышаныс белдереп, тыуған район менән етәкселек итергә мөмкинлек биргән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа айырым рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Хакимиәт башлығы белдереүенсә, ишембайҙар - эшһөйәр, асыҡ һәм рухи яҡтан көслө халыҡ. Ишембай Хеҙмәт Ҡаһарманлығы ҡалаһы исемен лайыҡлы йөрөтә, ә уның халҡы - Еңеүҙе фиҙаҡәр хеҙмәте менән яҡынлаштырған быуындың балалары. Рәмил Абдуллин, һәр ғаилә тормоштоң яҡшы яҡҡа үҙгәреүен тойһон өсөн, яңы мөмкинлектәр булдырыу менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Алда ҙур бурыстар тора, ләкин берҙәм көс менән уңыштарға һәм ҡаҙаныштарға өлгәшеп була, тигән ышаныста ул. Башҡарылаһы эштәр район һәм республика халҡы мәнфәғәтенә йүнәлтеләсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылдың 2 октябрендә муниципаль район Советы ултырышында депутаттар элекке хакимиәт башлығы Азат Ишемғоловтың ваҡытынан алда вәкәләттәренән бушатылыуы тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Ул саҡта Рәмил Абдуллин хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп һайланды.